

Ҡатын бәләкәй балаһын менән Магнит ҡалаһында йәшәгән апаһына ҡунаҡҡа бара.
Бәләкәс илай башлағас, “әсә” бөтә көсө менән сабыйҙы ишек яңағына һуға. Башы менән төкөгән бала, һушһыҙ иҙәнгә ҡолай. 6 көндәй һуң сабый дауаханала вафат була.
Ҡатын бер ҡайҙа ла эшләмәй, кейәүҙә түгел, уның тағы ла 2 йәшлек балаһы бар. Ул үҙе ғәйебен танымай. Дарыу эскәндән һуң, йоҡоло булыу сәбәпле, ҡыҙын яңылыш ҡулынан төшөрөп ебәрҙем тип аңлата.
Башинформ