

Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, 3 декабрҙә ике участковый енәйәт эше буйынса ғәйепләнеүсене бүлеккә килтереү өсөн Стәрлебаш районы Аҡшишмә ауылына юлланған. Ул танышы менән өйҙә булған. Полицейскийҙарҙың улар менән йөрөүҙе талап итеүенә ҡарамаҫтан, ғәйепләнеүсе баш тартҡан, шунан һуң ул таныштары менән бергә хоҡуҡ һаҡлаусыларға әүҙем ҡаршылыҡ күрһәткән. Ирҙәрҙең береһе участковыйҙың табелле ҡоралын ҡулына алған һәм бер нисә тапҡыр хоҡуҡ һаҡлаусыға атҡан. Енәйәтселәр автомобилгә ултырып ҡасҡан. Полицейский яралары менән дауаханаға оҙатылған.
Енәйәтселәрҙе Федоровка районы биләмәһендә тоттолар. «Уларҙың береһе үҙ ғүмеренә ҡул һалырға маташыуына бәйле дауаханаға һалынған, икенсеһенә ҡарата тәфтиш комитеты һаҡ аҫтына алыу тураһында үтенес менән мөрәжәғәт итә», - тип хәбәр иттеләр ведомствонан.