ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
4 Декабря 2021, 14:22

Ашнаҡсы мәктәптә йәрәхәт алған

65 йәшлек ҡатын электр ит үткәргесе менән эшләгәндә...

Добавить в предпочтительные источники Google
Ашнаҡсы мәктәптә йәрәхәт алғанАшнаҡсы мәктәптә йәрәхәт алған
Ашнаҡсы мәктәптә йәрәхәт алған

Ғәҙәттән тыш хәлдә Туймазы коррекция мәктәбенең 65 йәшлек ашнаҡсыһы зыян күргән. Электр ит үткәргесе менән эшләгәндә, ҡатындың ҡул суғы шнек механизмында ҡыҫылған.

 

Ошо хәлдең шаһиттары ҡотҡарыусыларҙы саҡырған, улар махсус ҡоралдар ярҙамында ашнаҡсының ҡулын сығарған һәм уға беренсе ярҙам күрһәткән. Зыян күргән ҡатын дауаханаға оҙатылған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында.

 

 

 

фото:Башинформ архивы.

 

 

Автор:Раян Атанбаев