

Уның менән ҡаланың ковид-госпиталендә эшләүсе табип Эльза Талипова уртаҡлашҡан.
– Тәүҙә ғаилә башлығын алып килдек, уның үпкәһе 70 процентҡа зарарланғайны, етмәһә, ҡан баҫымы юғары. Тағы бер аҙнанан ҡатынын дауаханаға һалдылар, ул бик ҡаты сирләй ине – шәкәр диабеты, артыҡ тән ауырлығы, гипертония. Үпкәһенең яртыһын яман шеш баҫып алғайны, – ти Эльза Талипова.
Ирле-ҡатынлының вакцина яһатмауы асыҡлана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, икеһе лә айҙан ашыу реанимацияла ятып, бер көндә мәрхүм була.
– Иң тәүҙә ирҙең хәле ауырлашты. Ул киске сәғәт унда вафат булды, ә таңға ҡарай хәләл ефетенең йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Ғаилә башлығына 61 йәш булһа, ә ҡатынға әле алтмыш та тулмағайны, – тип уфтана табип.
Эльза Латипова һүҙҙәренсә, реанимацияға эләккән пациенттарҙың күпселеге – прививка яһатмаусылар. Әммә сир бер кемде лә аямай шул, ти аҡ халатлы.