

Кискеһен Иглин районындағы Һамар-Өфө-Силәбе автомобиль юлының 1532-се саҡрымында 54 йәшлек ир идара иткән "Лада Приора" автомобиле һәм 34 йәшлек Сыуашстан кешеһе ултырған "Scania" йөк машинаһы бәрелешкән.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә, еңел автомобилдең 37 һәм 39 йәшлек ике пассажиры дауаханаға оҙатылған. Билдәле булыуынса, "Приора" водителе иҫерек булған. Тикшереү һөҙөмтәһе - 0,590 мг / л.
Әгәр водитель эскән килеш руль артына ултырмаһа, бәлки, был авария ла булмаҫ ине...
Фото:ЮХХДИ.