

Ҡаҙағстанда 20 йыл ҡоллоҡта булған Рәсәй кешеһе табылған. Оҙайлы ваҡыт буйы был ирҙе 44 йәшлек Караганда өлкәһе кешеһе ҡайтармай эшләтә. Ул әҙәмде ҡулға алғандар инде, тип хәбәр итә "Башкирия Online" порталы.
Әсирлектә йәшәгән улдарын ата-әсәһе ғүмер буйы эҙләгән. Улар "Көт мине" телетапшырыуына ла, төрлө күрәҙәселәргә лә мөрәжәғәт иткән. Әммә полицияға ғариза яҙмағандар.
Баҡһаң, Ярославль өлкәһенән булған Алексей Котов Ҡаҙағстанда контракт буйынса хеҙмәт иткән. Ҡайтып барғанда, вокзалда уны туҡмап, фермер хужалығы етәксеһенә тапшырғандар.
Бер аҙ алдараҡ социаль селтәрҙәрҙә ҡоллоҡтағы ирҙең ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәне хаҡында видеояҙма ла таралғайны. Күрәһең, шунан һуң уны барып тапҡандар һәм ҡотҡарғандар. Ни булһа ла, имен-һау иленә ҡайтып, туғандарын күрергә яҙһын. Уның атаһына - 80, әсәһенә 70 йәш икән, һеңлеләре лә бар. Ярославль өлкәһенән депутат Дмитрий Соколов Алексейға ярҙам итер өсөн әле Ҡаҙағстанға юл тотҡан.
Фото: newtimes.kz