ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
20 Ноябрь 2021, 04:09

Фермер хужалығында шартлау!

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ут тулыһынса һүндерелгәс...

Фермер хужалығында шартлау!Фермер хужалығында шартлау!
Фермер хужалығында шартлау!

Нуриман районының Яңы Күл ауылындағы фермер хужалығында шартлау яңғырай һәм бинаға ут тоҡана.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан белдереүҙәренсә, янғын көнкүрештә ҡулланылған газ баллоны шартлау һөҙөмтәһендә сыҡҡан. Ул фермала аҙыҡ әҙерләү өсөн ҡулланылған.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был янғында кеше ғүмере өҙөлдө: ут тулыһынса һүндерелгәс, 57 йәшлек ирҙең мәйете табыла.

Ваҡиға урынында оператив-тәфтиш төркөмө эшләй, осраҡ буйынса тикшереү бара, янғын сығыу сәбәптәре асыҡлана.

 

 

 

Фото: "Башинформ".

Автор:Карима Усманова
https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2021-11-17/fermer-huzhaly-ynda-shartlau-2586733
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас