

Өфөлә йәшәгән Николай Никишин билеттарҙы һайлауға ентекле ҡарауы хаҡында һөйләне: ул беренсе дәрәжәләге һандары әҙерәк булғандарын һатып ала. Шулай уҡ ул уларҙы ҡаланың төрлө лотерея киосктарында һатып алырға тырыша.
"Был иртәне мин оҙаҡ иҫтә ҡалдырасаҡмын. Карауатта ятҡанда, мин телефонға барып еттем һәм билет номерын йыйҙым. Иң тәүҙә ҡатыным был ваҡиға менән уртаҡлаштым, сөнки беҙҙең ғаиләлә – был тәүге еңеү. Яҙмыш тағы ла беҙгә көтөлмәгән бүләк бирер тип ышанам ", - тине миллионер.
Николай Александрович һөнәре буйынса инженер. Хәҙер ул хаҡлы ялда. Балыҡ тотоу һәм баҡсасылыҡ менән мауыға. Әле еңеүсе лотереяла отҡан миллион һумды нисек тотоноу хаҡында уйлай, тип билдәләнеләр "Столото" ла.
фото:Башинформ