ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
20 Ноябрь 2021, 04:52

20 йәшлек студент ҡыҙ аңына килмәйенсә үлгән

Ҡазанда араҡы эсеп ағыуланған йәштәрҙең автомобилендә ялған хәмер табылған

20 йәшлек студент ҡыҙ аңына килмәйенсә үлгән20 йәшлек студент ҡыҙ аңына килмәйенсә үлгән
20 йәшлек студент ҡыҙ аңына килмәйенсә үлгән

Тәфтишселәр ваҡиға урынын ҡараған саҡта "незамерзайка" шешәһен тапҡан. Тикшереү шешәлә метанол эҙҙәре булыуын күрһәткән. Бынан тыш, йәштәрҙең байрам итеү өсөн һатып алған ялған хәмере каршеринг автомобилендә ятҡан.

Тәҙрә йыуыу шыйыҡлығын эсеп ағыуланғандан һуң тәүгеләрҙән булып Ҡазандың 7-се дауаханаһына килтерелгән 20 йәшлек Анастасия П. аңына килмәйенсә үлгән. 19 ноябрь иртәһендә яҡташыбыҙҙың йөрәге туҡтаған. Был хаҡта Татарстан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итте.

16 ноябрҙә иртән ҡыҙҙың хәле насарайған. Дуҫтары әйтеүенсә, уның күңеле болғанған, һөйләшә алмаған. Анастасияның әсәһе федераль киң мәғлүмәт сараларынең береһенә белдереүенсә, ҡыҙҙың ике бөйөрө лә булған. «Уның сәләмәтлеге шәптән түгел ине», — тип яуапланы Светлана П.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы ҡыҙҙың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

 

 

 

 

 

https://bash.bashinform.ru/news/law/2021-11-19/azanda-t-r-yyuyu-shyyy-ly-yn-esep-a-yulan-an-20-y-shlek-student-y-vafat-bul-an-2589828

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас