ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
19 Ноябрь 2021, 08:36

Аҡъяр һыуһаҡлағысында 500 метрлыҡ ау һуҙғандар...

Ырымбур өлкәһенән браконьер законһыҙ рәүештә балыҡ тотоп, тәбиғәт фондына 180 мең һумлыҡ зыян килтергән

Аҡъяр һыуһаҡлағысында 500 метрлыҡ ау һуҙғандар...Аҡъяр һыуһаҡлағысында 500 метрлыҡ ау һуҙғандар...
Аҡъяр һыуһаҡлағысында 500 метрлыҡ ау һуҙғандар...

БР буйынса Эске эштәр министрлығының мәғлүмәт хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, Хәйбулла районында полиция хеҙмәткәрҙәре  Ырымбур өлкәһенән 59 йәшлек браконьерҙы тотҡан.

Ул күрше өлкәнән Хәйбулла районына ВАЗ-21093 автомобилендә ике кәмә, кәмә моторы, дөйөм оҙонлоғо ярты километр тәшкил иткән 8 ау менән килә. Йылымдарҙы ҡуйғас, бай  табышҡа өмөтләнгән ир  балыҡтарҙы йыйып бөткәс,  полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан тотола.

Тәбиғәткә 180 мең һум күләмендә зыян килтерелгән. Браконьер 500-ҙән ашыу балыҡ тотҡан, улар араһында алабуға, табан балыҡ һәм ҡорман балыҡ һәм башҡалар бар. Хәҙер уға законһыҙ балыҡ тотҡан өсөн  енәйәт эше ҡуҙғатылған.  

 

Фото: ПРЕСС-СЛУЖБА МВД РБ

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас