ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
18 Ноябрь 2021, 09:33

Үҙ баҡсаһында граната тапҡан...

Хоҡуҡ һаҡлау органдары уның 1915 йылғы граждандар һуғышы йылдарындағы граната булыуын асыҡлай

Үҙ баҡсаһында  граната тапҡан...Үҙ баҡсаһында  граната тапҡан...
Үҙ баҡсаһында граната тапҡан...

Федоровка ауылының Гавриловка ауылы кешеһе  ҡыш алдынан баҡсаһын һөргән саҡта  гранатаға оҡшаған түңәрәк металл предмет табып ала. Ир кеше уны теймәҫкә ҡарар итеп, полицияға шылтырата.

Росгвардия ОМОНы белгес-шартлатыу техниктары  урынға сыға.  Әйберҙе тикшергәндән һуң, уны 1915 йылғы граждандар һуғышы осорондағы  граната булыуы асыҡлана. Быуаттан ашыу ерҙә ятыуына ҡарамаҫтан, хәрби ҡорал әле лә  хәүефле булған. Белгестәр уны хәүефһеҙ урынға сығарып, юҡ итергә ҡарар итә.

Баҡса хужаһы әйтеүенсә,  баҡсаһында быға тиклем дә боронғо әйберҙәр тапҡан. 1911 йылғы аҡсалар ҡаҙып сығарған, ә бына граната тәүге тапҡыр осраған.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас