ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
16 Ноябрь 2021, 15:57

Бәхилләшеү һүҙҙәре яҙып ҡалдырып...

Бер нисә көн элек 20 йәшлек студенттың юғалыуы билдәле булғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы...

Бәхилләшеү һүҙҙәре яҙып ҡалдырып...Бәхилләшеү һүҙҙәре яҙып ҡалдырып...
Бәхилләшеү һүҙҙәре яҙып ҡалдырып...

Бер нисә көн элек Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 20 йәшлек Ильяс А.-ның юғалыуы тураһында билдәле булғайны. Егет Мәскәү өлкәһенең Дубна ҡалаһындағы Система анализы һәм идара итеү институтында белем алып йөрөгән. Был хәл тураһында "Комсомольская правда" баҫмаһы хәбәр итә.

Ильясты 13 ноябрҙә эҙләй башлайҙар. Шул көндә дәрестән һуң ятаҡтан сығып киткән. Сәйер хат ҡалдырған, унда бөтәһе менән дә бәхилләшеүе тураһында белдергән. Күршеләре был хәбәрҙе университет етәкселегенә күрһәткән һәм егетте полиция, ирекмәндәр эҙләй башлаған. Эҙәрмәндәр отрядтары тәүҙә Дубна йылғаһы буйын ҡараған, аҙаҡ гараждарҙы, ташландыҡ йорттарҙы тикшергән. Шуларҙың береһендә студенттың кәүҙәһе табылған да. Әле мәйетте суд-медицина экспертизаһы хеҙмәткәрҙәренә тапшырғандар, хоҡуҡ һаҡсылары егеттең нисек һәләк булғанын асыҡлаясаҡ. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Ильяс үҙенә ҡул һалған.

Был фажиғәнән шаңҡыған ата-әсә улының кәүҙәһен Стәрлетамаҡҡа алып ҡайтып ерләргә әҙерләнә. Дуҫтары, яҡындары егеттең ни өсөн был аҙымға барғанын аңлай алмай. Ата-әсәне, яҡындарҙы ошондай ҙур ҡайғыға һалмаһа ине лә бит йәштәр... 

 

 

 

 

Фото: bash.news

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2021-11-16/b-hill-she-re-ya-yp-aldyryp-2585860
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас