

Кисә 13 ноябрҙә киске сәғәт 9-ҙа Белорет ҡалаһында 20 йәшлек ҡыҙ идара иткән ВАЗ-21099 автомобиле менән ҡаршыға килгән “Volvo” йөк машинаһы бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә, ВАЗ автомобиленең водителе һәм уның пассажиры - 15 йәшлек ҡыҙ төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла. Билдәле булыуынса, руль артындағы ҡыҙҙың водитель таныҡлығы булмаған. Тикшереү башланған, уның барышында ваҡиға сәбәптәре асыҡланасаҡ.
Ҡар яуыу һөҙөмтәһендә урыны менән юлдарҙа ҡар һырынтылары барлыҡҡа килде һәм боҙлауыҡ күҙәтелә, ул транспорт хәрәкәтен ҡатмарлаштыра. Бөтә автомобилселәрҙе һәм йәйәүлеләрҙе ошо осорҙа айырыуса иғтибарлы һәм һаҡ булырға саҡырабыҙ. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ, юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенә тәү сиратта кеше факторы тәьҫир итә. Сөнки һеҙҙең именлегегеҙ нәҡ хәүефһеҙ хәрәкәт тиҙлеген һайлауға, арауыҡты тотоуға бәйле. Ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәп, һеҙ кире эҙемтәләрҙән һәм юлда бәхетһеҙ осраҡтарҙан һаҡлана алаһығыҙ.
фото:ЮХХДИ.