

12 ноябрҙә кискеһен Башҡортостандың Әбйәлил районы Салауат ауылының иҫке мәсетендә янғын башланды. Ут сығанағы бинаның эсендə булған.
Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, был ваҡытта бер кем дә бина эсендә булмаған, шуға күрә һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ. "Мәсет мейес менән йылытылған, шулай уҡ конвекторҙар ҡулланылған. Мәсет ял көндәрендә генә доға өсөн файҙаланылған", - тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола. Сәғәт ярым үткәс, янғынды һүндергәндәр. Әле янғын сәбәптәрен Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дознавателе асыҡлай. Хәбәр ителеүенсә, ауылда тағы ла яңы мәсет бар.
фото:Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте