ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
13 Ноябрь 2021, 17:43

Әбйәлилдә иҫке мәсет янған

Иман йорто эсендә кеше булмаған, зыян күреүселәр юҡ

Әбйәлилдә иҫке мәсет янғанӘбйәлилдә иҫке мәсет янған
Әбйәлилдә иҫке мәсет янған

Әбйәлил районының Салауат ауылында иҫке мәсет эстән яна башлай. Бәхеткә күрә, унда кеше булмай, зыян күреүселәр юҡ.

“Иман йорто мейес менән йылытылған, шулай уҡ йылытыу конвекторҙары ҡулланылған”,--тип асыҡланылар ведомствола.

Янғын сәбәптәрен Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тикшереүсеһе асыҡлай. Ауылда яңы мәсет булыуы тураһында ла хәбәр ителә.

https://www.bashinform.ru/

Фото:МЧС по РБ

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас