

Раевка дауаханаһына төрлө тән йәрәхәттәре менән 35 йәшлек ҡатынды килтерәләр. Яралары буйынса уны автомобиль бәрҙереп китеүен аңлайҙар. Өс көндән йәш ҡатын аңына килмәйенсә, вафат була.
Ире ҡатынын йорт эргәһендәге юлда табып алыуын аңлата. Ул ҡатыны иҫерек тип, әсәһенә алып бара. Ә ул ҡыҙының аңын юғалтып, ауыр хәлдә булыуын күреп, табиптарҙы саҡырта.
Аҙаҡтан тикшереүселәр видеокүҙәтеү камераһы аша юл-транспорт ваҡиғаһы урынында ирҙең автомобиле булыуын билдәләй. Машинала ла аварияға хас төкөлгән урындар табыла. Ир ғәйебен таный.
Тикшереү версияһы буйынса, ғәйепләнеүсе иҫерек хәлдә өйҙә низағ ҡуптара. Артабан машинаһына ултырып, ҙур тиҙлектә ҡатынын бәрҙерә.
Көслө һуғылыуҙан ҡатын бер нисә метр ситкә осоп, аңын юғалта.
пресс-служба СУ СКР РФ