ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
13 Ноября 2021, 05:31

15 йәшлек ҡыҙ юғалған

11 ноябрҙә өйөнән сыҡҡан үҫмер кире әйләнеп ҡайтмаған...

15 йәшлек ҡыҙ юғалған15 йәшлек ҡыҙ юғалған
15 йәшлек ҡыҙ юғалған

Салауат ҡалаһынан 15 йәшлек ҡыҙҙы - Карина Шамил ҡыҙы Хәмиҙуллинаны - эҙләйҙәр. Был турала "Лиза-Алерт" үҙ төркөмөндә белдергән.

11 ноябрҙә өйөнән сыҡҡан үҫмер кире әйләнеп ҡайтмаған, тигән мәғлүмәт бирелә унда.

Ҡыҙҙың билдәләре: буйы 152 сантиметр, сәсе асыҡ-һоро, күҙҙәре һорғолт йәшел төҫтә. Өҫтөнә ҡара пальто, ҡара шапка, күк джинсы салбар кейгән, аяғында - йәбештермәле ҡалын табанлы ҡара ботинка.

Күреүселәр йә уның тураһында ниндәй ҙә мәғлүмәт белеүселәр булһа, ҡыҙыу бәйләнеш телефонына - 88007005452 йәки 112 һандарына шылтыратыуығыҙ һорала.

 

 

 

 

Фото: "Лиза-Алерт" отряды.

Автор:Аклима Гизатуллина
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2021-11-12/15-y-shlek-y-yu-al-an-2581876
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас