ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
11 Ноября 2021, 17:17

Бәләкәй генә прибор ғүмерҙе ҡотҡара

Шишмә районында янғынды иҫкәртеүсе прибор тауышына  йәш ҡатын 3 йәшлек балаһы менән яна башлаған йорттан сығып өлгөрә

Добавить в предпочтительные источники Google
Бәләкәй генә прибор ғүмерҙе ҡотҡараБәләкәй генә прибор ғүмерҙе ҡотҡара
Бәләкәй генә прибор ғүмерҙе ҡотҡара

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса БР Дәүләт комитетының мәғлүмәт хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, приборҙың  көслө тауышын ишетеп, әсә кеше бәләкәй балаһы менән йорттан сығып өлгөрә һәм экстрен хеҙмәткә мөрәжәғәт итә.

Әле ваҡиға урынында МЧС хеҙмәткәрҙәре эшләй.

Был ваҡиға йортта мотлаҡ рәүештә янғын иҫкәрткес прибор ҡуйырға кәрәклеген раҫлай.

 

Фото:пресс-служба Госкомитета РБ по ЧС

 

 

Автор:Марьям Имангулова