

Башҡортостан буйынса ЮХХДИ мәғлүмәттәре буйынса, кисә Дүртөйлө-Борай автомобиль юлында 34 йәшлек ҡатын идара иткән «ВАЗ-2112» машинаһы ҡаршы һыҙатта килгән Kia Optima менән бәрелешә.
Сит ил автомобиле руле артында Удмуртиянан 34 йәшлек ир була.
Авария һөҙөмтәһендә ВАЗ машинаһы водителе алған йәрәхәттәренән дауаханала вафат була. Әле был ваҡиға буйынса тикшереү алып барыла.
Фото: ГИБДД по РБ