ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
10 Ноябрь 2021, 05:18

Уны ла үлтерергә уйлағайным...

Гай ҡалаһында өс ҡыҙҙы үлтереүҙә  ғәйепләнеүсе енәйәтсе тағы ла бер ҡорбанын көсләүен таныны

Уны ла үлтерергә уйлағайным...Уны ла үлтерергә уйлағайным...
Уны ла үлтерергә уйлағайным...

РФ Тәүтикшереү комитетының Ырымбур өлкәһе буйынса  криминалистик тикшереү идаралығы етәксеһе, юстиция  полковнигы  Дмитрий Анненков белдереүенсә, 29 йәшлек ғәйепләнеүсе Александр Лазарев тағы бер енәйәттә ҡағылышлы булыуы ихтимал.

“Бер ҡатынды көсләй.  Быйыл июль айында төрмәнән сыға һәм августа тағы ла шул юлға баҫа. Зыян күреүсе ҡатын ғариза биреүҙән баш тарта. Беҙ ул ниндәйҙер мөғжизә менән генә иҫән ҡалғандыр тип уйлайбыҙ. Аҙаҡтан Александр Лазарев уны  ысынлап та үлтерергә теләүе, тик нимәлер ҡамасаулауы тураһында белдерҙе”,--тип хәбәр итә юстиция  полковнигы  Дмитрий Анненков.

Фото  һәм мәғлүмәт Башинформдан алынды

https://www.bashinform.ru/

Фото следственного комитета РФ

 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас