

9 ноябрҙә Борай районында Дүртөйлө - Борай автомобиль юлының 50-се саҡрымында үлемесле юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән.
Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ мәғлүмәттәренә ярашлы, юлда 34 йәшлек ҡатын идара иткән "ВАЗ-2112" автомобиле менән ҡаршыға килгән Kia Optima автомобиле бәрелешкән. Юл фажиғәһендә "ВАЗ" водителе алған йәрәхәттәрҙән дауаханала йән биргән. Юл-транспорт ваҡиғаһы факты буйынса тикшереү башланған, уның барышында ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.
фото:ЮХХДИ.