

БР буйынса Эске эштәр министрлығының мәғлүмәт хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Сибайҙан 40 йәшлек ир ҡатыны айырылам тип әйткәндән һуң, бысаҡ тотоп ташлана. Ҡатынға медицина ярҙамы күрһәтелә.
Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, зыян күреүсе әхирәтенә ҡунаҡҡа бара. Бер аҙҙан уның артынан ире лә килә. Өҫтәл артында ирле-ҡатынлы араһында ғауға сыға. Сәбәбе: ҡатындың айырылышырға теләүе. Эскелек саҡ фажиғә менән тамамланмай: ир ҡатынына бысаҡ менән сәнсеп, үҙе сығып китә. Уны Сибай урамының береһендә патруль-пост хеҙмәте туҡтата.
Әле ир кеше һаҡ аҫтында. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото Ксения Калинина