ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
9 Ноябрь 2021, 10:32

Фермер уҡыу йорто мөлкәтен урлаған...

Күңелһеҙ ваҡиға Хәйбулла районында теркәлгән.  

Фермер уҡыу йорто мөлкәтен урлаған...Фермер уҡыу йорто мөлкәтен урлаған...
Фермер уҡыу йорто мөлкәтен урлаған...

Аҡъярҙа урынлашҡан колледжда береһендә уҡыу ҡулланмаһы булараҡ файҙаланылған ауыл хужалығы ҡорамалы - ерҙе тәрән эшкәртеү агрегаты юғалған.

Был хаҡта полицияға хәбәр ителә. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре шунда уҡ ваҡиға буйынса эш башлай, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә агрегатҡа кемдең "айыу майы" һөрткәне асыҡлана. Ул райондағы фермер хужалыҡтарының береһендә табыла.

Асыҡланыуынса, фермер ерҙе тәрән эшкәртеү агрегатын килешеү төҙөп, ҡуртымға алып торорға тейеш булған. Документ төҙөлмәгән, шунлыҡтан эшҡыуар ҡорамалды урларға ҡарар иткән. Әле бурға ҡарата енәйәт эше асылған, агрегат кире уҡыу йортона ҡайтарылған.

 

 

 

 

Фото: lbr.ru

Автор:Карима Усманова
https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2021-11-08/fermer-u-yu-yorto-m-lk-ten-urla-an-2575265
Автор:"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас