ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
8 Ноябрь 2021, 07:05

Эскелек оло бәләгә килтергән

*

Эскелек оло бәләгә килтергәнЭскелек оло бәләгә килтергән
Эскелек оло бәләгә килтергән

Башҡортостанда эскелек мәжлесенән һуң янғында 45 йәшлек вахтасының ғүмере өҙөлгән. Фажиғә Краснокама районы Яңы Нуғай ауылында булған.

Өйҙә янғын сығыуға ирҙең һаҡһыҙ тәмәке тартыуы сәбәпсе, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса матбуғат хеҙмәтенән.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда йыл башынан 218 кеше утта янып үлгән. Ошо янғындарҙың яртыһының төп сәбәбе — тәмәке тартҡанда һаҡһыҙлыҡ күрһәтеү.

 

 

 

Автор:Әлфиә Әһлиуллина
https://bash.bashinform.ru/news/law/2021-11-08/respublikala-eske-m-zhlesen-n-u-yan-ynda-45-y-shlek-vahtasyny-mere-lg-n-2574151
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас