ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
7 Ноябрь 2021, 06:43

Уға ни бары 18 йәш булған...

Йәш егет водитель танытмаһы булмаһа ла руль артына ултырған.

Уға ни бары 18 йәш булған...Уға ни бары 18 йәш булған...
Уға ни бары 18 йәш булған...

Республиканың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн иртә менән Өфө районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. "ВАЗ-2107" автомобиленә идара иткән 18 йәшлек водитель ҡаршы һыҙатта килгән  "АФ-474440" йөк фургоны менән бәрелешә. Һөҙөмтәлә, еңел автомобиль водителе ваҡиға урынында уҡ йән бирә. Фургонда күрше Татарстандың 39 йәшлек кешеһе булыуы асыҡланған. Һәләк булған егеттең водитель танытмаһы булмаған. Әле ваҡиға урынында тикшереү бара, авария сәбәптәре асыҡлана.

Ата-әсәләргә йәнә бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: улығыҙҙың йәки ҡыҙығыҙҙың водитель танытмаһы булмайынса, бер ваҡытта ла машина руле артына ултырырға рөхсәт бирмәгеҙ. Аҙаҡ ғүмерлек үкенескә ҡалыуығыҙ ихтимал. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ!

 

 

 

 

 

Фото: "Башинформ"

https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2021-11-07/u-a-ni-bary-18-y-sh-bul-an-2573318

Автор:Карима Усманова
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас