

Кисә 5 ноябрҙә киске 7-лә Мәсетле районында Кропачево-Мәсәғүт-Әшит юлының 101-се саҡрымында авария теркәлгән. Екатеринбург яғынан килгәндә "Mercedes Sprinter" микроавтобусы менән идара иткән 61 йәшлек водитель йәйәү атлаған 52 йәшлек ирҙе бәрҙергән.
Авария һөҙөмтәһендә йәйәүле “тиҙ ярҙам” машинаһы килгәнгә тиклем ваҡиға урынында вафат булған. Авария мәлендә микроавтобус салонында 19 вахтасы булған, улар зыян күрмәгән. Ваҡиға буйынса тикшереү эштәре дауам итә.
Асыҡланыуынса, йәйәүленең кейемендә яҡтыртҡысты сағылдырған элементтар булмаған. Водитель белдереүенсә, йәйәүле машиналарҙың юлы буйлап атлаған.
Фото:ЮХХДИ