ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
6 Ноябрь 2021, 16:48

9 йәшлек улына атҡан...

Бәлә аяҡ аҫтында, тигәндәй, атай кеше һунарҙа яңылыштан үҙ балаһын яралай

9 йәшлек улына атҡан...9 йәшлек улына атҡан...
9 йәшлек улына атҡан...

“Башинформ” агентлығы хәбәр итеүенсә,  Октябрьск ҡалаһы дауаханаһына 9 йәшлек ҡулбашы яралы бала килтерелә.

Асыҡланыуынса, 39 йәшлек атай кеше улы менән һунарға юллана.Урман буйлап атлағанда 12-се калибрлы ҡорал ботаҡҡа эләгә. Һунарсы уны ысҡындырырға маташҡанда, яңылыштан тәтегә баҫа. Пуля малайҙың ҡулбашына эләгә. Яралыны ҡотҡарыу өсөн бер нисә тәжрибәле хирург йәлеп ителә.

Был хәл буйынса эске эштәр министрлығы тикшереү алып бара.

 

Фото: bashinform.ru/news

Сығанаҡ: bashinform.ru/news

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас