

Ошо көндәрҙә Октябрьский ҡалаһы дауаханаһына өсөнсө класта уҡыған малайҙы килтерәләр. Баланың ҡулбашы яраланған була.
Асыҡланыуынса, яңы ғына туғыҙ йәшен билдәләгән малай атаһы менән һунарға юллана. Күрәһең, атай кеше улына ошо рәүешле бүләк яһарға ниәтләгәндер. Урман буйлап китеп барғанда, ирҙең ҡулындағы мылтыҡ ағас ботағына эләгә һәм ул, ҡоралын ҡулынан төшөрөп ебәрмәйем тип, үҙе лә һиҙмәҫтән тәтегә баҫа. Пуля баланың яурынына эләгә. Малайҙы ҡотҡарыу өсөн Өфөнән Октябрьскийға бер нисә тәжрибәле хирург юллана.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әле ваҡиғаны тикшереү бара.
Һәр ваҡыт иғтибарлы, һаҡ булайыҡ. Бәлә аяҡ аҫтында тигәнде онотмайыҡ.
Фото: bashinform.ru/news
Сығанаҡ: bashinform.ru/news