

ЮХХДИ идаралығының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, төндә Федоровка районында Мәләүез-Федоровка автомобиль юлының 38-се саҡрымында «Лада Гранта» рулендәге 19 йәшлек егет атты төкөткән дә юл ситенә сығып осҡан.
«Фажиғәлә малҡай һәләк булған, водитель дауаханаға оҙатылған. Тикшереү башланған», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса ЮХХДИ идаралығынан.
Уҙған тәүлектә республикала 10 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, 12 кеше йәрәхәтләнгән.
https://bash.bashinform.ru/news/law/2021-11-03/respublikala-19-y-shlek-voditel-atty-b-r-erg-n-2569546