ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
28 Октябрь 2021, 16:04

Студент ҡыҙҙар юғалған

Ул көндө 17 һәм 19 йәшлек ҡыҙҙар уҡырға бармай. Элекке көн дә, кисә лә бәйләнешкә сыҡмайҙар.

Студент ҡыҙҙар юғалғанСтудент ҡыҙҙар юғалған
Студент ҡыҙҙар юғалған

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы хәбәр итеүенсә, Нефтекама ҡалаһында ике студент ҡыҙ юғалған.

Яңауыл районынан килеп, күп профилле колледжда уҡыған 17 йәшлек Сабрина Ғәниуллина һәм 19 йәшлек Нина Степанова 26 октябрҙә юҡҡа сыҡҡан. Ул көндө ҡыҙҙар уҡырға бармай. Элекке көн дә, кисә лә бәйләнешкә сыҡмайҙар.

Уларҙың ҡайҙалығын белгән кешеләрҙән 102, 2-29-02 телефондарына шылтыратыуҙы үтенәләр. Анонимлыҡ гарантиялана.

 

 

 

 

 

 

 

 

Фото: БР буйынса Эске эштәр министрлығы.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2021-10-28/student-y-ar-yu-al-an-2562842
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас