ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
24 Октябрь 2021, 15:23

Төндә ферма янған

Ут төнгө сәғәт 2-лә тоҡана. Фермала эреле-ваҡлы 57 баш мал була...

Төндә ферма янғанТөндә ферма янған
Төндә ферма янған

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, янғын тураһындағы хәбәр 01.55 сәғәттә килә. Шунда уҡ ваҡиға урынына янғын-ҡотҡарыу хеҙмәте, ирекле янғын һүндереүселәр һәм башҡа ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре юллана.

Улар барып еткәндә, 85х10м майҙандағы ферманың ҡыйығына ут тоҡанған була. Бәхеткә күрә, зыян күреүселәр юҡ. Фермалағы эреле-ваҡлы 57 баш малды сығарып өлгөрәләр.

Әле ваҡиға урынында тикшереү эштәре бара, янғын сығыу сәбәбе өйрәнелә.

 

 

 

 

 

Фото: "Башинформ".

Автор:Карима Усманова
https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2021-10-24/t-nd-ferma-yan-an-2558309
 
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас