Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
22 Октябрь 2021, 08:50

1-се класс уҡыусыһы мәктәптә дәрес мәлендә ауыр йәрәхәттәр алған

Ниңәлер был осраҡта ишек асыҡ торған һәм малай кабинеттан сыҡҡан...

1-се класс уҡыусыһы мәктәптә дәрес мәлендә ауыр йәрәхәттәр алған
1-се класс уҡыусыһы мәктәптә дәрес мәлендә ауыр йәрәхәттәр алған

«Изгелек йәйғоро» автономлы коммерцияһыҙ ойошмаһының «Бәйләнештә»ге ирекмәндәр төркөмөндә хәбәр итеүҙәренсә аутистик спектрлы ауырыулы 8 йәшлек бала быйыл беренсе класҡа уҡырға барған. 12 октябрҙә ул һәм тағы ике уҡыусы уҡытыусылары менән бергә музыка дәресендә булған.

«Был учреждениялағы махсус ишектәр ауыр итеп эшләнгән. Был балаларҙың кластан үҙаллы сыҡмаһындар өсөн эшләнгән. Ниңәлер был осраҡта ишек асыҡ торған һәм малай кабинеттан сыҡҡан. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң уны беренсе ҡатта иҫһеҙ көйөнсә тапҡандар, дәрес иһә икенсе ҡатта үткән булған. Малайҙың ҡулы, янбаш һөйәктәре һынған, уға операция яһағандар», — тиелә волонтерҙарҙың хәбәрендә. Баланың умыртҡа һөйәген йәрәхәтләнгән һәм ул кәм тигәндә ике ай түшәктә ятасаҡ. Мәктәптә ашығыс медицина ярҙамын саҡыртып тормағандар, баланың әсәһенә шылтыратҡандар. Ул, үҙ сиратында, улын дауаханаға алып барған.

Уҡыусының ата-әсәһе полицияға ғариза яҙған. Тик, ирекмәндәр әйтеүенсә, бала артынан күҙәтергә кәрәк тип иҫкәртмәнегеҙ, тип уҡытыусы үҙ ғәйебен әсә кешегә япһарған.  

БР мәғариф һәм фән министрлығында мәктәптә булғанда бәхетһеҙ осраҡҡа тарыу осраҡтарын тикшергән комиссия төҙөлгән. Ул йома көндө коррекция мәктәбенә барасаҡ.

 

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2021-10-21/berense-klass-u-yusy-y-m-kt-pt-d-res-m-lend-auyr-y-r-h-tt-r-al-an-2555749

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: