ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
19 Октябрь 2021, 05:12

66 йәшлек ҡатын автобус аҫтында ҡалған

Бөгөн иртәнге сәғәттә Өфө ҡалаһының Калинин районында үлемесле авария теркәлгән

66 йәшлек ҡатын автобус аҫтында ҡалған66 йәшлек ҡатын автобус аҫтында ҡалған
66 йәшлек ҡатын автобус аҫтында ҡалған

Башҡортостандың ЮХХДИ-һынан хәбәр итеүҙәренсә, энергетик ойошмаға ҡараған Mercedes-Benz автобусы менән идара иткән 56 йәшлек водитель йәйәүлеләр юлынан сығып барған  ҡатынды бәрҙерә.

Ҡатын кеше тиҙ ярҙам машинаһы килгәнгә тиклем авария урынында йән бирә.

Транспорт сараһында водителдән башҡа кеше булмай. Әле авария сәбәптәре асыҡлана. Юл аша сыҡҡанда йәйәүлеләр юлында ла бик һаҡ булырға кәрәк.

 

фото: ГИБДД РБ

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас