ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
18 Октября 2021, 10:54

4-се класта уҡыған баланы урлағандар

Зыяратҡа алып киткәнен күреүселәр булған.

4-се класта уҡыған баланы урлағандар4-се класта уҡыған баланы урлағандар
4-се класта уҡыған баланы урлағандар

Бүздәк районының Уртакүл ауылында 4 класта уҡыған ҡыҙ баланы билдәһеҙ бер кеше урлаған, тип хәбәр итә Башинформ.

Социаль селтәрҙәрҙә яҙыуҙарынса, баланы машинаға ултыртып зыяратҡа алып киткән ул. Ҡыҙсыҡ асырғанып, ныҡ ҡысҡырғас, тауышҡа үтеп барыусылар йүгереп килеп еткән. Ир уларҙан ҡурҡып ҡасҡан.

Бүздәк районы буйынса Эске эштәр идаралығы, бәлиғ булмағандарға ҡарата сексуаль характерҙағы ҡағылышы өсөн шик аҫтына алып, 35-40 йәштәрҙәге ирҙе эҙләй. Ул уртаса буй-һынлы, ҡыҫҡа ҡара сәсле. Өҫтөнә йәшел төҫтәге комуфляж форма кейгән. Көмөш төҫөндәге Лада Ларгус машинаһында йөрөй тип күҙаллана, тиелгән ориентировкала. Уның йөҙөн күреүселәрҙең мәғлүмәте буйынса ике фоторобот төҙөлгән. Ундай әшәке уйлы кеше шәберәк тотолһон ине.

 

 

 

Автор:Миләүшә Сайтакова
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2021-10-18/b-zd-kt-balany-urla-andar-2551006
 
Автор:"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас