ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
18 Октябрь 2021, 05:58

6 класс уҡыусыһы мәктәптә атыш ойошторған

Атыш мәлендә мәктәптә 300-ҙән ашыу уҡыусы һәм 30 педагог булған...

6 класс уҡыусыһы мәктәптә атыш ойошторған6 класс уҡыусыһы мәктәптә атыш ойошторған
6 класс уҡыусыһы мәктәптә атыш ойошторған

Пермь крайының Сарс сасабаһында мәктәпкә «Сайга» карабины килтергән һәм ике мәртәбә атҡан. Ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә бер кем дә зыян күрмәгән. Урындағы хоҡуҡ һаҡлаусылар был инциденттың булыуын һаҫлаған: 12 йәшлек малай түбәгә һәм стенаға атҡан. Әле полиция хеҙмәткәрҙәре малайҙың ҡулына ҡорал ҡайҙан килеп эләккәнен тикшерә.

 

Telegram-каналдар алдан хәбәр итеүенсә, үҫмерҙе мәктәп директоры «Сайга»ны ташларға өндәй алған.  Малайҙың класташтары менән һүҙгә килешеүе, шунан һуң ҡоралға тотоноуы тураһында билдәле булған.

 

Атыш мәлендә мәктәптә 300-ҙән ашыу уҡыусы һәм 30 педагог булған. Улар бинанан үҙаллы сыға алған.

 

 

Фото: Олег Яровиков

https://www.bashinform.ru/bash/1659465/

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас