

14 октябрҙә Ишембай ҡалаһында «Школы Октавиа» автомобиленең водителе йәйәүлеләр үткәүеле аша үтеп барған 12 йәшлек малайҙы бәрҙергән.
Ваҡиға урам хәрәкәтен күҙәтеү камераларына эләккән. Асыҡланыуынса 39 йәшлек водитель юғары тиҙлектә йөрөп йәйәүлеләр үткәүелендә тормозға баҫып өлгөрмәй һәм үҫмерҙе бәрҙерә. Һөҙөмтәлә машина менән бәрелешкәндән һуң малай бер нисә метр алға осора.
Зыян күреүсе үҙ аллы аяҡа баҫып тротуарға тиклем барып етә алған һәм шунда ауыртыуҙарға түҙмәй ҡолаған. Билдәле булыуынса, малайҙың ике ҡулы һәм аяғы һынған. Йәш пациентҡа операция яһағандар.
Фото: Стоп-кадр видео UTV