ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
15 Октябрь 2021, 15:33

Юлға ҡапыл мышы сығып

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы аварияла бер кемдә...

Юлға ҡапыл мышы сығыпЮлға ҡапыл мышы сығып
Юлға ҡапыл мышы сығып

Киске сәғәт 10-сыла Дүртөйлә районында Дүртөйлө-Нефтекама юлының 32-се саҡрымында 58 йәшлек ир "Renault Logan" руле артында булғанда, машина алдына ҡапыл мышы юлға сыға.

 

Авария һөҙөмтәһендә водитель һәм уның 55 йәшлек пассажиры “тиҙ ярҙам” машинаһы килгәнгә тиклем, алған йәрәхәттәрҙән ваҡиға урынында һәләк була. Ҡыр йәнлеге лә үлә. Ваҡиға буйынса тикшереү эштәре бара.

 

Ошо аҙнала был беренсе осраҡ түгел.  Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 13 октябрҙә лә Учалы районында ошондай фажиғә теркәлә.

 

Юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ, тиҙлек режимын үтәгеҙ!

 

 

 

Фото:ЮХХДИ

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас