ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
14 Октябрь 2021, 14:34

19 йәшлек егет 94 йәшлек әбейҙе туҡмаған

«Полиция хеҙмәткәре килде һәм күршегеҙҙе талау маҡсатында һары сәсле йәш егет туҡмаған тип хәбәр итте,» – тип аңлатты ҡатын.

19 йәшлек егет 94 йәшлек әбейҙе туҡмаған19 йәшлек егет 94 йәшлек әбейҙе туҡмаған
19 йәшлек егет 94 йәшлек әбейҙе туҡмаған

Зыян күреүсенең күршеһе «Башинформ» агентлығына аңлатыуынса, был хәл 10 октябргә ҡараған төндә Губкан урамындағы күп фатирлы йортта булған.  

 

«Полиция хеҙмәткәре килде һәм күршегеҙҙе талау маҡсатында һары сәсле йәш егет туҡмаған тип хәбәр итте. – тип аңлатты ҡатын. –  Аңлауымса, уны аҙаҡ ҡулға алғандар».  Mash Batash телеграм каналы хәбәр итеүенсә, Мария Дмитриевнаны “һинең арҡаңда фатирымды һыу баҫты” тип аҫҡы ҡаттағы күршеһе Надежда Васильевнаның ейәне туҡмаған.

 

«Уның арҡаһында баҫҡан һыуҙан миндә электр сымының ҡыҫҡа тоташыуы булды, һыуытҡыс янып китте, — тип һөйләне Надежда Васильевна. – Ейәнем шунда уҡ сыҡты. Быға тиклем мин уны иҫерек күргәнем булманы, быныһында ул шулай ине». Һөҙөмтәлә хеҙмәт ветераны Мария Дмитриевна баш мейеһенә ҡан һауып, тәнендәге гематомалар менән дауаханаға эләккән.  

 

 

 

фото:Mash Batash

https://www.bashinform.ru/bash/1658452/

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас