ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
10 Октябрь 2021, 10:02

Татарстанда ҙур фажиғә...

Һәләк булғандарҙың туғандарының, яҡындарының оло ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

Татарстанда ҙур фажиғә...Татарстанда ҙур фажиғә...
Татарстанда ҙур фажиғә...

Бөгөн Татарстанда еңел моторлы “L-410” самолеты радарҙан юғалған. Бер аҙҙан уның Минзәлә ҡалаһы эргәһендә ҡолауы хаҡында билдәле була.

"РЕН ТВ" телеканалы хәбәр итеүенсә, самолет урындағы аэроклубҡа ҡараған. Бортында 22 пассажир, шул иҫәптән 20 парашютсы һәм ике экипаж ағзаһы булыуы хаҡында билдәле.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, самолет Минзәлә ҡалаһынан алты саҡрым алыҫлыҡта ҡолаған. Һөҙөмтәлә 19 кеше һәләк булған, өсәүһе йәрәхәттәр алған.

Һәләк булғандарҙың туғандарының, яҡындарының оло ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

 

 

 

Автор:Рәмилә Мусина

https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2021-10-10/tatarstanda-ur-fazhi-2537400

Фото: https://smotrim.ru/article/2624395

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас