ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
10 Октябрь 2021, 10:35

Бәшмәккә барғанда бәләгә тарығандар

Салонда 2 ҡатын һәм 3 ҡыҙ бала булған

Бәшмәккә барғанда бәләгә тарығандарБәшмәккә барғанда бәләгә тарығандар
Бәшмәккә барғанда бәләгә тарығандар

9 октябрҙә киске 5-тә Әлшәй районында Шафраново-Түбәнге Әүрез юлының 5-се саҡрымында 37 йәшлек ҡатын "Chevrolet Niva" автомобиле менән идара иткәндә юлдың ситенә төшөп, түңкәрелә. Автомобиль салонында биш кеше була.

 

Авария һөҙөмтәһендә водитель һәм уның 7 һәм 15 йәшлек ике ҡыҙы дауаханаға оҙатылған. Ә 39 йәшлек пассажир ҡатын һәм уның 14 йәшлек ҡыҙы табиптар тикшереүе үткәндән һуң өйҙәренә ҡайтарылған.  Билдәле булыуынса, апалы-һеңлеләр балалары менән бергә бәшмәккә барып ҡайтырға сыҡҡандар. Әлегә водителде айыҡ булыу-булмауы, авария сәбәптәре тикшерелә.

 

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, үҙегеҙҙең,  яҡындарығыҙҙың һәм башҡаларҙың ғүмерен һаҡлағыҙ!

 

 

 

фото: ЮХХДИ

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас