ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
8 Октябрь 2021, 16:18

Уттан бер нимәлә ҡалмай...

Янғынды һүндергәндән һуң быҙау үләкһәләре табылған...

Уттан бер нимәлә ҡалмай...Уттан бер нимәлә ҡалмай...
Уттан бер нимәлә ҡалмай...

7 октябрҙә Фёдоровка районы Айтуған-Дурасов ауылындағы фермала янғын сыҡҡан. Тәүгеләрҙән булып урынға ирекмәндәр һәм ауыл советының янғын командаһы килеп еткән. Был ваҡытҡа таҡтанан төҙөлгән 30х12 метрлыҡ бинаны ут ялмап алған.

«Янғында зыян күргән кешеләр юҡ. 240 баш эре мал, 23 быҙау ҡотҡарылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 20 быҙау янып үлгән», — тип хәбәр иттеләр республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Ҡотҡарыусылар янғынды 14 минут эсендә һүндергән. Ут сығыу сәбәптәре әлегә билдәһеҙ.

 

 

https://www.bashinform.ru/bash/1655698/

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас