

Бөгөн 7 октябрҙә республиканың баш ҡалаһында Донской урамында авария теркәлгән.
Алдағы мәғлүмәттәр буйынса, “Suzuki" скутерының водителе Александр Невский урамы яғынан килгәндә ағасҡа барып бәрелә. Бәрелеш һөҙөмтәһендә транспорт сараһы түңкәрелә.
Алынған йәрәхәттәрҙән водитель “ашығыс ярҙам” машинаһында вафат булған, ә уның 23 йәшлек пассажиры дауаханаға оҙатылған. Авария сәбәптәре асыҡлана.
Барығыҙға ла юлдарҙа һаҡ булырға кәңәш итәбеҙ. Тиҙлекте арттырмағыҙ!
Фото:ЮХХДИ.