ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
7 Октябрь 2021, 16:05

Үлтерер алдынан яңы кейем алған...

Гай ҡалаһында өс студент ҡыҙҙы үлтереүҙә ғәйепләнгән Александр Лазарев эшендә ниндәй кеше булған? Уның коллегалары ир тураһында фекерҙәрен әйткән.

Үлтерер алдынан яңы кейем алған...Үлтерер алдынан яңы кейем алған...
Үлтерер алдынан яңы кейем алған...

Гай ҡалаһында өс студент ҡыҙҙы үлтереүҙә ғәйепләнгән Александр Лазарев эшендә ниндәй кеше булған? Уның коллегалары ир тураһында фекерҙәрен әйткән.

“Артыҡ һөйләшеп бармай, адекват, теләһә ниндәй эшкә лә тотона”, тип ҡылыҡһырлайҙар уны. Августа Лазарев эшсе булып урынлашҡан. Гай бизнесмены тотҡан магазин базаһында хеҙмәт иткән, ә сентябрь аҙағында машиналарҙы контактһыҙ йыуыу буйынса оператор булып урынлаша.

“Нормаль эшләй ине, бик яуаплы булды. Беҙ элек тә ултырған кешеләрҙе эшкә ала инек, тик был ундай кешегә оҡшамаған: тышҡы ҡиәфәте лә идеаль ине, ҡыйыҡ та яба, кәртә лә буяй, бер эштән дә баш тартмай торғайны. Эш хаҡы ла юғары ине, 60 мең һумға етә. Эсмәне, наркоманить итмәне, сменаһына ваҡытында килде. Ял көндәрендә лә беҙҙә үк артығын эшләй ине, – тигән уның эш биреүсеһе “РИА “Новости” порталына.

Үлтереүгә бер көн алда ул эшенән һорап киткән, Орск ҡалаһына барып кейем алам тигән.

“30 сентябрҙә эшкә яңы кейемдә килде, тик ниндәйҙер юғалған ҡиәфәттә ине, йөҙө ҡара-ҡыҙыл ине. Температурам бар тине һәм ҡайтырға һораны, мин уны шунда уҡ ҡайтарып ебәрҙем. Һуңғараҡ шылтыратып дарыуға аҡса һораны, киләһе көндә уға напарнигы эш хаҡын биргән. Башҡа уны күрмәнек”, – тигән ир.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Александр Лазарев Гай ҡалаһында Башҡортостандан өс ҡыҙҙы үлтереүҙә ғәйепләнә. Ул ғәйебен танып күрһәтмә биргән, әле ике айға тиклем Тәфтиш изоляторында ултыра. 

 

 

 

Фото: социаль селтәрҙәр. 

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2021-10-07/lterer-aldynan-ya-y-keyem-al-an-2534372
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас