Нуриман районында теркәлгән аварияла ата-әсә, өләсәй һәм ике, туғыҙ, ун йәшлек ҡыҙҙар төрлө йәрәхәттәр алған. Саруа — Вознесенский юлында ВАЗ-2115 түңкәрелгән.
Республиканың Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, илебеҙ автомобиленең 35 йәшлек водителе йөк машинаһын уҙған саҡта идара итеү һәләтен юғалтҡан.
«Бөтә ғаилә дауаханаға оҙатылған. Әлеге ваҡытта тикшереү бара. Автомобилдә балалар креслоһы булмаған», — тип хәбәр итте юл инспекторҙары.
Бынан алда «Башинформ» аварияны тикшереү тураһында эш Рәсәй Тәфтиш комитетының үҙәк аппараты контролендә булыуын хәбәр иткәйне.



