

Иглин районы ауылдарының береһендәге ғаилә өсөн кисә ҙур фажиғә булған. Уларҙың 10 айлыҡ сабыйы коляскала үлгән. Был турала “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ата-әсәләре өй эштәре менән булған саҡта бәпес коляскала ултырған. Ниндәйҙер бер мәлдә, күрәһең, ул унан сығырға булған. Әммә ҡайыштарҙа буталған һәм вафат булған. Ата-әсәләре “ашығыс ярҙам” саҡыртып ҡараған, әммә табиптар бер нимә лә эшләп өлгөрмәгән: улар килгәнсе сабый йән биргән.
Ғаиләнең иҫәптә тормауы билдәле. Шулай уҡ тағы бер балалары бар.
Тәфтиш комитетында хәбәр итеүҙәренсә, Иглин районы тәфтишселәре баланың үлеме сәбәптәрен асыҡлау менән була. Суд-медицина экспертизаһы үткәрелгәс, баланың нилектән үлгәне аныҡ билдәле буласаҡ.
Фото: ncrim.ru