ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
6 Октябрь 2021, 16:38

Инспекторҙар отпуск бүлешә алмаған

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре бер-береһенә "юл бирмәйенсә", хатта һуғышып киткән.

Инспекторҙар отпуск бүлешә алмағанИнспекторҙар отпуск бүлешә алмаған
Инспекторҙар отпуск бүлешә алмаған

Ағиҙел ҡалаһында ЮХХДИ хеҙмәтенең ике өлкән лейтенанты һуғышып киткән.

Баҡтиһәң, улар, отпуск датаһы тап килеп, бер-береһенә «юл бирергә» теләмәгәндәр. Икеһе лә ҡәҙерле ял көндәренән ҡолаҡ ҡағырға теләмәгән. Был хаҡта Телеграмм-канал SHOT-ҡа нигеҙләнеп «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр иткән.

Енләнеп китеп, 36 йәшлек инспектор 32 йәшлек өлкән инспекторҙың битенә бер нисә тапҡыр һуға ла эштән китеү буйынса рапорт яҙа. Әле уның ҡайҙалығы ла билдәһеҙ, коллегалары, туғандарының шылтыратыуҙарына ла яуап бирмәй икән. Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәтендә, етәкселек тарафынан тикшереү билдәләнгән, һөҙөмтәләр буйынса ҡарар сығарыласаҡ, тип белдергәндәр.

 

 

 

 

Автор:Миләүшә Сайтакова
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2021-10-06/inspektor-ar-otpusk-b-lesh-alma-an-2532967
 
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас