

Бөгөн республикабыҙ ғына түгел, бар илде тетрәндергән енәйәт тураһында билдәле булды: күрше Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаһында өс студент үлтерелгән. 18-20 йәшлек был ҡыҙҙар – Башҡортостандан. Уларҙы бысаҡ менән сәнсеп үлтергәндәр, аҙаҡ енәйәтсе эҙен юйыр өсөн фатирға ут төрткән... Бер һүҙ менән әйткәндә, ҡот осҡос хәл.
Ә балаларҙың меҫкен ата-әсәһе нимә кисерәлер? Күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Әле ҡыҙҙарҙың береһенең атаһы кисерештәре тураһында “Комсомольская правда” баҫмаһы хәбәрсеһенә һөйләгән.
18 йәшлек Әдиләнең атаһы белдереүенсә, ул әле һаман берҙән-бер һәм яратҡан ҡыҙының юҡлығына ышана алмай.
– Ул һәр ваҡыт үҙаллы булды, лидер ине. Бәләкәй саҡтан табип булырға хыялланды. Шулай килеп сыҡты ла: 9-сы класты тамамлағас, колледжға инеп, шәфҡәт туташы һөнәренә уҡый башланы. Аҙаҡ юғары белем алырға уйлай ине. Беҙ әсәһе менән уның өсөн һәр саҡ ҡыуана торғайныҡ, – тигән ир.
Атай кеше ҡыҙының бер ҡасан да проблемалары тураһында һөйләмәүе, һәр саҡ уҡыу тураһында ғына уйлауы хаҡында әйткән. Егеттәр менән мөнәсәбәте лә булмаған.
– Егете юҡ ине. Кейәү тураһында уйларға иртә, тәүҙә уҡып бөтөргә кәрәк, тиер ине. Нимә булғанын беҙ белеп бөтмәйбеҙ. Тәфтишселәр шылтыратып, минән һорайҙар. Нимә әйтәйем инде? Себерҙә эштә инем. Белеү менән билет алдым, әле Мәскәүҙәмен. Тәүҙә ғаиләм янына ҡайтам, аҙаҡ Гайға барам. Әле унда улым китте, нимә булғанын аңларға тырыша. Ҡатыным шок хәлендә, – тигән ир.
Ул ҡыҙҙарҙы Әнүәр менән Илнар үлтергәнгә ышанмай.
– Ҡыҙым Айгизә менән бәләкәй саҡтан дуҫ булды, был егеттәрҙе лә беләләр ине. Бергә аралаштылар, насар нәмә эшләмәнеләр, – ти ул.
Ысынлап та, егеттәр был ваҡытта Өфөлә булған, уларҙың енәйәткә ҡыҫылышы юҡ, тиҙәр.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, әле енәйәтсе табылмаған. Ул фатирҙы яндырып, эҙҙәрен юйырға теләһә лә, күршеләр, төтөн еҫен һиҙеп, шунда уҡ янғын һүндереүселәрҙе саҡырған. Һөҙөмтәлә фатир ныҡлап янмаған. Енәйәтсенең эҙҙәре күп ҡалған, шуға уны тиҙ табырҙар тип өмөтләнәләр.
Ҡыҙҙар тураһында күршеләре, шым, ихлас күңелле булдылар, тигән. Шау-шыу ҡороп, ҡунаҡ йыйып йөрөмәгәндәр. Фажиғә булған төндә лә тауыштар ишетелмәгән.
Фото: "Бәйләнештә".