

Көҙгө-ҡышҡы осорҙа янғындар һаны күпкә арта. Йорттарҙы, социаль һәм мәҙәни объекттарҙы йылытыу өсөн төрлө ҡоролмалар ҡулланыла, улар билдәле шарттарҙа янғын сығыу сәбәбе булып тора.
Кисә Ғәлиәхмәт ауылында мәҙәниәт йортонда янғын сыҡты. Һөҙөмтәлә мәҙәниәт учреждениеһы тулыһынса янған. Бәхеткә күрә, кешеләр зыян күрмәгән. Әлеге ваҡытта янғындың сәбәбе асыҡлана.
Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ:
-электр сымдарҙы төҙөк тотоғоҙ, боҙоҡ электр ҡоролмаларын ремонтлағыҙ;
-йылытыу электр приборҙарын, плиталарын төҙөк торошта ҡулланығыҙ, уларҙы пәрҙәләрҙән һәм мебелдән алыҫ урынлаштырығыҙ;
-юғары ҡеүәттәге электр приборҙарын бер үк селтәргә тоташтырмағыҙ, был электр селтәрен көсөргәнешлегенә килтерә;
-үҙ аллы ҡоролған электр йылытыу приборҙары менән файҙаланмағыҙ;
-өйҙән сыҡҡанда газ һәм электр ҡоролмаларын һүнек булыуын тикшерегеҙ;
-балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ;
-йылтыу мейестәрен ваҡытында ремонтлағыҙ;
-төтөн сығарыу торбаларын ҡоромдан таҙалағыҙ;
-мейес кирбестәренең ярыҡтарын балсыҡ-ҡомташлы иҙмәһе менән һылағыҙ һәм аҡлағыҙ;
-мейес ауыҙы алдындағы иҙәнгә металл табағы һалып ҡатығыҙ;
-йылытыу мейесен артыҡ ныҡ ҡыҙҙырмағыҙ;
-мейесте тиҙ тоҡаныусан шыйыҡсалар менән тоҡандырмағыҙ.
фото:Хәйбулла районы хакимиәте.