

Бөгөн таң менән Бишбүләк ауылында К.Иванов урамында авария була.
Алдағы мәғлүмәттәр буйынса, билдәһеҙ водитель «Лада Приора» менән идара иткәндә ике йәйәүлене бәрҙерә һәм түңкәрелә.
«Авария һөҙөмтәһендә ике ир (яҡынса 40-45 йәшлек) тиҙ ярҙам машинаһы килгәнгә тиклем вафат була. Водитель юл-транспорт ваҡиғаһы урынынан ҡасҡан. Әлегә уны эҙләйҙәр. Ваҡиға урынында тикшереү-оператив төркөм эшләй», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса ЮХХДИ идаралығы.
фото:ЮХХДИ