ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
3 Октябрь 2021, 10:42

Иғтибар: ошо ирҙе эҙләйҙәр!

Гай ҡалаһында өс ҡыҙҙы үлтереүҙә шик аҫтына алынған ирҙе күргән-белгән граждандарҙың 8-961-919-99-94, 8-999-258-51-46 йәки 02 телефондарына шылтыратыуын үтенәләр.

Иғтибар: ошо ирҙе эҙләйҙәр!Иғтибар: ошо ирҙе эҙләйҙәр!
Иғтибар: ошо ирҙе эҙләйҙәр!

Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаһында 30 октябргә ҡараған төндә ҡот осҡос енәйәт ҡылыуҙа шик аҫтына алынған ирҙе эҙләй. Ул – ошо өлкә кешеһе, элегерәк тә хөкөм ителгән 30 йәшлек Александр Лазарев.

Бынан алдараҡ енәйәт эшләнгән йорттан ярты километр алыҫлыҡта вафат булған ҡыҙҙарҙың ҡан таптары сәсрәгән ир-ат кейемен тапҡайнылар. Күрәһең, енәйәтсе уны сисеп ташлап киткән. ДНК экспертизаһы яһағас, өлгөләрҙең тап Лазаревтыҡы менән тап килеүен билдәләгәндәр.

Әле полиция был әҙәмде эҙләй. Шик аҫтына алынған ирҙе күргән-белгән граждандарҙың 8-961-919-99-94, 8-999-258-51-46 йәки 02 телефондарына шылтыратыуын үтенәләр.

 

 

 

 

Фото: Рәсәй Эске эштәр министрлығы.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2021-10-03/i-tibar-osho-ir-e-e-l-y-r-2528898
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас